Башҡортосанда тәүлек эсндә 670 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, пандемия башынан был рекорд күрһәткесе. Бер көн элек был һан 668 ине. Сир йоҡторғандарҙың дөйөм иҫәбе хәҙер 79 475.
Төбәктә COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штаб мәғлүмәттәренә ярашлы инфекциянан 36 сирле һәләк булған. Пандемия башынан коронавирус ҡорбандары һаны 2268 кеше.
Башҡортостанда вакцинация кампанияһы дауам итә. Төбәк властары прививка яһатмағандар өсөн сикләүҙәр индереү һәм айырым категория граждандарҙы мәжбүри вакциналау талабы сәбәпле уның тиҙлеге артты, тигән фекерҙә. Бөгөнгә республикала 1 504 260 кеше вакцинаның беренсе, 1 281 937 кеше ике компонентын да ҡаҙатҡан.