Ноябрь айы башында ял көндәре иғлан ителеү менән төбәк колледждарында белем алыусылар ҙа 2021 йылдың 29 октябренән 7 ноябргә тиклем уҡымаясаҡ. Был турала Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Мәғлүм булыуынса, республика мәктәптәре уҡыу календарына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулға сыға.
«Каникулды ваҡытынан алда башлау мәсьәләһе ҡаралмай. Республика колледж студенттары ла ял көндәре уңайынан ошо уҡ ваҡыт арауығында уҡымаясаҡ», — тип белдерҙеләр министрлыҡтан.
Балалар баҡсаларында иһә ял көндәрендә дежур төркөмдәр ойошторола. Уларҙың эше буйынса һорауҙар тыуһа учреждение етәкселегенә йәки йәшәгән урындағы мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.