Ҡар ҡатыш ямғыр, көслө ел һәм боҙлауыҡ

Тулыраҡ: Ҡар ҡатыш ямғыр, көслө ел һәм боҙлауыҡ

Башҡортостанда йонсоу көндәр көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуа, көслө ел иҫә һәм юлдарҙы боҙлауыҡ ала. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостанда бүлексәһе иҫкәртә.

Киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы, төндә епшек ҡар яуыуы, уны урыны менән ямғыр алмаштырыуы фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ, сымдар һәм ағастарға ҡар һырылыуы, юлдарға ҡар ятыуы көтөлә.

Көндөҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көнъяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә, урыны менән киҫкенләшеп секундына 15-20 метрға етә. Һауа температураһы төндә -3,+2 градус, көндөҙ +6,+11 градус.

Өфөлә көндөң болотло булыуы көтөлә. Төндә епшек ҡар, сымдар һәм ағастарға ҡар һырылыуы бар, айырым юлдарҙа боҙлауыҡ. Көндөҙ бер-аҙ ямғыр яуыр, тип көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә, урыны менән киҫкен, секундына 18 метр. Һауа температураһы төндә 0 тирәһе, көндөҙ +8, +10 градус.