Тиҙҙән башҡала торлаҡ-коммуналь хужалығының көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләгән бәйләнеш үҙәгендә кире бәйләнеш сервисы сафҡа инә. Роботлашҡан система үҙәккә элек мөрәжәғәт иткән граждандарға шылтыратып һәм үтәлгән эш сифатын асыҡлаясаҡ. Был турала Өфө хакимиәтенән белдерҙеләр.
Әле колл-үҙәктә алмашлап 49 кеше эшләй. Ҡабул ителгән шылтыратыуҙар район хакимиәттәре, ресурс менән тәьмин итеүсе һәм идарасы компаниялар менән берлектә эшкәртелә. Әгәр ҙә идарасы компания хеҙмәткәренең урынға сығыуы талап ителһә, ғариза район хакимиәте штабына башҡарыу өсөн ебәрелә. Үҙәк эшләй башлағандан бирле операторҙар 13 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән.
Өфө халҡы башлыса йылы биреү, системанан тын сығарыу, үтә ныҡ йылытыу, йылы өсөн иҫәпләшеүҙәр, йылылыҡ системаһынан һыу ағыу мәсьәләләре менән шылтырата.
Октябрь башынан йылы биреүгә бәйле мөрәжәғәттәр кәмегән, шул уҡ мәлдә аҡса һанау буйынса ҡәнәғәтһеҙлектәр артҡан.
Шылтыратыуҙар көн һайын тәүлек әйләнәһенә 8 (347) 277-09-11 номеры буйынса ҡабул ителә.