Ялдар йылы була

Тулыраҡ: Ялдар йылы була

Синоптиктар Башҡортостанда шәмбе-йәкшәмбе көндәр аяҙлы-болотло әммә йылы була, тип хәбәр итә.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 23 октябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә, урыны менән киҫкен.

Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, көндөҙ — плюс 9-14 градус тора.

24 октябрҙә төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көндөҙ ҙә яуым-төшөм була. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, көндөҙ— плюс 5-10 градус.

Бөгөн республикала көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһының 6-11 градус йылы булыуы көтөлә.