РФ Дәүләт Думаһының элекке депутаты Иршат Фәхретдинов коронавирустан мәрхүм булды

Тулыраҡ: РФ Дәүләт Думаһының элекке депутаты Иршат Фәхретдинов коронавирустан мәрхүм булды

Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың вице-спикеры, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Бөгөн төндә беҙҙең иптәшебеҙ, Дәүләт Думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыштары депутаты, өс һуғышты үткән полковник Иршат Фәхритдинов мәрхүм булды. Табиптар уның ғүмере өсөн 37 көн көрәшһә лә ковид көслөрәк булып сыҡты… Тыныс йоҡла, Иршат Юнир улы. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам!», — тип яҙған ул.

Иршат Фәхретдиновҡа 56 йәш ине.

Белешмә: Иршат Юнир улы Фәхретдинов 1965 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. М.Ф.Фрунзе исемендәге Омск юғары дөйөм ғәскәри командирҙар училищеһын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын, Ҡораллы Көстәрҙең Генераль Штабы Хәрби академияһының квалификация күтәреү һәм ҡайтанан әҙерлек факультетын тамамлаған.

Афғанстанда һуғышта ҡатнашҡан. Абхазияла тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәрҙә хеҙмәт иткән, яраланған. Чечня һуғышында булған. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында эшләгән. 2007 йылда РФ Дәүләт Думаһына бишенсе, 2011 йылда — алтынсы саҡырылыш депутаты итеп һайланған. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы. Башҡортостандың Хәрби хәрәкәт инвалидтары ойошмаһын етәкләгән.