Республикала Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары ярҙарынан сыҡты

Тулыраҡ: Республикала Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Дим йылғалары ярҙарынан сыҡты

Ағиҙел йылғаһы 17 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 703 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 785 сантиметр, ул 10 см-ға артҡан, Дим йылғаһы 8 сантиметрға күтәрелеп 317 сантиметрҙа еткән тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы. Өфөнөң Калинин районында йәшәүсе Зилә Ғайсина йортоноң нигеҙенә ингән һыу кимәлен үлсәй. Төн эсендә генә ихата алдын һыу ҡапланы, ти хужабикә.Калинин районының “Уфимка-3” баҡсасылар берлегендә һыу баҫҡан. Халыҡ әҙер түгел, кәмәләре лә юҡ. Шуға ла ҡайһы берҙәренә һыуҙы велосипедта кисеп йөрөргә мәжбүр.Бында ике йөҙләгән кеше йәшәй. Улар араһында хәрәкәт итеүе сикләнгәндәр, ауырлы ҡатындар, күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Шаҡша биҫтәһендә күптән ташҡын булғаны юҡ. Шулай ҙа, апрель башында ҡотҡарыусылар йорт һәм баҡса хужалары менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы. Күнекмәләр үтһә лә, халыҡ нимә эшләргә белмәй аптырашта ҡалған. Калинин районының баҡсасылар берлеге Ҡариҙел ярында урынлашҡан. Шулай уҡ, ул ике яҡтан күл менән уратып алынған. Йылға тағы ла күтәрелеп, иң юғары нөктәһенә етһә, 44 баҡсасылар берлеген һыу баҫыу ихтималлығы бар. Өфөнөң Нижегородка биҫтәндә лә һыу күтәрелеүе күҙәтелә. Хәҙер Воронеж урамы буйлап тик ҙур автомобилдәрҙә, йәки кәмәлә генә үтеп була.Кооператив яланында йәшәүселәр ҙә һыу транспортына күсеп ултырған. Хеҙмәт һәм Туймазы урамдарындағы йорттар һыу эсендә ултыра. Мария өйҙән мебель һәм техниканы гаражға күсереп, ике балаһы менән яҡындарында тора. Ә барыр урындары булмаған бер ғаилә ваҡытлыса йәшәү урынына эвакуацияланған. Өс көн элек кенә был урамда ҡоро булған. Хәҙер инде урындағы халыҡ кәмәлә йөҙөргә мәжүр. Тәрәнлеген белер өсөн ике метрлыҡ ишкәкте тығып ҡарау ҙа етә, ул тулыһынса бата. Урында ҡотҡарыусылар эшләй, йылға тағы ла күтәрелә ҡалһа, махсус техника халыҡты йыйып аласаҡ. Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге юлдарға ла Ағиҙел яҡынлашҡан. Бельский урамының икенсе яғына сығып, һыу күтәрелә башлаған. Ошо көндәрҙә яуған ямғырҙы иҫәпкә алғанда ла, һыу ятҡылыҡтарының күтәрелеүен, ташҡындың көслө булыуын күҙалларға мөмкин.