Өфөлә 10 йәшлек баланы туҡмаған ҡатын “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә һөжүм итте

Тулыраҡ: Өфөлә 10 йәшлек баланы туҡмаған ҡатын “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә һөжүм итте

22 октябрҙә, Ладыгин урамындағы йорттарҙың береһендә “Хәбәрҙәр”ҙең съемка төркөмөнә репортаж әҙерләгән мәлдә һөжүм иттеләр. Йорт эргәһендә ҡарауһыҙ бесәйҙәрҙе ашатып торған 10 йәшлек балаға ташланған ҡатын ошо ҡылығына аңлатма биреүҙе үтенгән беҙҙең хәбәрсегә билдәһеҙ шыйыҡса һибә һәм операторҙың камераһын вата. Был ваҡиғаны Эске эштәр министрлығының Башҡортостан идаралығына рәсми мөрәжәғәт тип танырға һәм һөжүм итеүсенең хәрәкәттәренә хоҡуҡи баһа биреүҙе үтенәбеҙ.

Ғәҙәттән тыш ваҡиға тураһында ентекләп әҙерләнгән видеояҙманы «Рәсәй-1. Башҡортостан» һәм «Башкортостан 24» телеканалдарындағы яңылыҡтар сығарылыштарында ҡарағыҙ.

Хәтергә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә башҡаланың Ладыгин урамында бер ҡатын йорт эргәһендә ҡарауһыҙ бесәйҙәргә ем биреп торған ун йәшлек баланы туҡманы. Ошо хәл буйынса полиция тикшереү үткәрә, асыулы ҡатындан яуап алынған, суд-медицина экспертизаһынан һуң процессуаль ҡарар ҡабул ителере көтөлә.