Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Эквадорҙа ер тетрәүҙән кәм тигәндә 500 кеше һәләк булған. 4 мең кеше йәрәхәтләнгән. Ҡотҡарыусылар һәм табиптар тәүлек әйләнәһенә эшләй. 13 дәүләт Эквадорға гуманитар ярҙам ебәргән.

Американың Техас штаты һыу аҫтында ҡалған. Юлдарҙы, туннелдарҙы һыу баҫҡан. Автобус хәрәкәте туҡтатылған. Халыҡ-ара аэропорттарҙа 500 рейс кисектерелгән. 50 мең кеше утһыҙ ҡалған.

Сүриә буйынса һөйләшеүҙәр ҡурҡыныс аҫтында-оппозицияның бер өлөшө тәнәфес алырға ҡарар иткән. Илдең БМО-лағы даими вәкиле Башар Джаафари был аҙымдың төптән дөрөҫ булмауын билдәләп Сәғүд Ғәрәбстанын Сүриә дәүләтен емерергә маташыуҙа ғәйепләгән.

Наса халыҡ-ара космос станцияһына ҡуйылған махсус ҡоролма һәм ер юлдаштары ярҙамында Ерҙең видеоһын төшөргән. Был үҙенсәлекле кадрҙарҙы интернет селтәрендә ҡарарға мөмкин.