Был һуңғы сирек быуат эсендә иң юғары күрһәткес, 1990 йылда халыҡтың 44 проценты ғына бәхетле булған. Быйылғы социологик тикшеренеүҙә ҡатнашыусыларҙың 15 проценты ғына үҙен бәхетһеҙ тип атаған, башҡалары аныҡ яуап бирмәгән. Рәсәй кешеләренең күбеһенә илдәге тыныслыҡ һәм ғаиләләге етеш тормош, яҡындарының һау-сәләмәт булыуы, яҡшы эш бәхет килтерә. Бәхетһеҙҙәр иһә тәү сиратта, аҡса етешмәүенә, ауырыуына, яҡындарын юғалтыуға, тормошта ҙур уңышһыҙлаҡтарға тарыуына зарлана. Социологик тикшеренеүҙе Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге эксперттары уҙғарған. Унда төрлө төбәктәрҙән 1 мең 600 кеше ҡатнашҡан.
Рәсәй кешеләренең 83 проценты үҙен бәхетле тип һанай
Тулыраҡ: Рәсәй кешеләренең 83 проценты үҙен бәхетле тип һанай