2023 йылдан Рәсәйҙә ЗАГСтар реестр моделенә күсә. ⠀
Гражданлыҡ хәле тураһындағы акттарҙың барыһы ла (тыуыу, үлем, никахлашыу йәки айырылышыу тураһындағы таныҡлыҡтар) әле үк электрон реестрҙа һаҡлана. 2023 йылдан граждандың хоҡуҡи хәле тураһындағы мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡағыҙҙағы документ түгел, ә тик ошо реестрҙағы яҙыу таныласаҡ. Шул уҡ ваҡытта кеше теләгән бер ваҡытта реестрҙан электрон йә ҡағыҙҙағы формала яҙыу талап итә ала.
Әле бындай тәртип күсемһеҙ милек менән эш иткәндә ҡулланылда. Милек хоҡуғы билдәле реестрҙан алынған мәғлүмәткә ярашлы раҫлана.
Был хаҡта Юстиция министры Константин Чуйченко Президент үткәргән кәңәшмәлә белдерҙе. Министр фекеренсә, реестр моделенә күсеү ҡағыҙ документ әйләнешен иң аҙ кимәлгә ҡалдыра һәм ЗАГС хеҙмәттәрен артабан электрон өлгөгә күсерергә булышлыҡ итә.