Башҡортостанда тағы ла ике инфекцион госпиталь төҙөлөшө башлана. Был хаҡта Республика Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров белдерҙе.
Октябрьский һәм Сибайҙа ковид-госпиталдәр төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе Әбйәлил районы Дауыт ауылы халҡы менән аралашҡанда әйтеп ишеттерҙе.
«Коронавируслы инфекцияны һөҙөмтәле дауалар һәм шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө сир менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ҡабул итер өсөн беҙгә тағы ла ике ковид-госпиталь кәрәк. Коронавирус киткәс был учреждениеларҙы күп функциялы дауалау урыны булараҡ файҙаланырға мөмкин. Әлегә беҙгә уларҙы тиҙ арала төҙөү зарур», — тине Радий Хәбиров.
Андрей Назаровтың белдереүенсә, Сибайҙа төҙөлөш участкаһы һайлап алынған. Тиҙ төҙөлөш мөмкинлеге бар. Октябрьский ҡалаһында әле госпиталь өсөн уңайлы урын табылмаған, шулай ҙа Туймазы агломерацияһына яҡын урынлашһа яҡшыраҡ тигән уй бар. «Киләһе шаршамбы ҡорамалдар ултыртыу урындары билдәләнәск, конкуренция талаптарын үткәс финанстар министрлығы менән сығымдар күләмен баһаларға һәм аҙна аҙағында төҙөлөшкә тотонорға йыйынабыҙ», — тине Премьер-министр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буласаҡ госпиталдәрҙең коллективын туплау йөкләмәһе ҡуйылды.
Мәғлүм булыуынса, әле Башҡортостанда ике ҙур инфекцион үҙәк эшләй – Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта. Объекттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.