10 меңдән ашыу баш ҡош Туймазы районында ҡош киҙеүе вирусы табылыу сәбәпле юҡ ителгән. Был хаҡта төбәк хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр ителде.
4 октябрҙә республика ветеринария хеҙмәте Туймазы районы Бишҡурай ауылы биләмәһендә урынлашҡан «Алтын Ҡаҙ» крәҫтиән-фермер хужалығының ҡаҙ фермаһында ҡош ҡырылыуы тураһында хәбәр алған. Ошондай уҡ хәл Николаевка ауылындағы күркә аҫырау майҙанында ла теркәлгән.
«Вирус ем менән тарала, һыуҙа, йыһаздарҙа һәм вирус йөрөтөүсе тотонған башҡа әйберҙәрҙә һаҡлана, — тине Башҡортостандың ветеринария буйынса идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин. – Әле эпизоо тикшеренеү бара. Республика биләмәһенә вирусты көньяҡҡа осҡан ҡырағай ҡоштар алып килгән, тип фаразлана».
Инструкцияларға ярашлы сир таралған усаҡтарҙа һәм сир хәүефе таралған зоналарҙан радиусы биш километр арауыҡта йорт ҡоштары йыйып алып юҡ ителгән.
Хәүефле зоналарҙа, ә уларға ете ауыл ингән, халыҡтан бер мең ярымға тиклем йорт ҡошо аҫырауҙан алынған. «Алтын Ҡаҙ» крәҫтиән-фермер хужалығында ете меңдән ашыу баш ҡаҙ, ике мең баш күркә юҡ ителгән.
Эпизоо усаҡтарҙа эштәр дауам итә. Киҙеүгә бәйле карантин һуңғы сирле ҡошто юҡ иткәндән һуң 21 көн үткәс кенә туҡтатыла.
Ҡош киҙеүе сиренең ҡырағай йәнлектәр донъяһына китеүе сәбәпле уны күҙәтеүгә алыуы ҡыйын. Йоғошло сирҙең яңынан-яңы биләмәләргә таралыуы ихтимал. Башҡортостанға Силәбе, Ырымбур өлкәләре яғынан хәүеф янай. Ветеринария идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, республиканы ҡош киҙеүе инфекцияһы бар яҡлап уратып алған, тиерлек. Сир таралыуын сикләр өсөн ветеринария идаралығы йорт ҡоштарын. ҡырағай ҡоштар менән осраштырмау маҡсатында, ҡамап тоторға тәҡдим итә. Иткә тәғәйен ҡошто ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һуйып урынлаштырырға, яңыларын иһә дәүләт ветеринария хеҙмәте менән килешкәндән һуң ғына һатып алырға, ошо уҡ ҡағиҙәне мал аҙығын һатып алғанда ла ҡулланырға тәҡдим ителә.