Синоптиктар мәғлүмәте буйынса 26 октябрь төндә һәм иртән юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ көтөлә.
Киләһе тәүлектәрҙә көндөн болотло һәм аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә бер аҙ ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр яуа, төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа епшек ҡар яуыуы ихтимал, ҡалған биләмәлә яуым-төшөм көтөлмәй. Иртән һәм көндөҙ юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Ел төнъяҡ-көнбайыштан йүнәлешен үҙгәртеп көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -2,-7 градус, көндөҙ 0,+5. Автомобиль юлдарында урыны менән томан.
Өфөлә көндөң болотло булыуы көтөлә. Төндә бер аҙ епшек ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төнъяҡ-көнбайыштан йүнәлешен үҙгәртеп көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы 4-6 градус һалҡын, көндөҙ 3-5 градус йылы.