Башҡортостанда Ковид19-ға ҡаршы вакцина бөткән. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Һүҙ “Спутник Лайт” препараты тураһында бара. Бер компонентлы прививканың өҫтәмә партияһы ҡасан килере әлегә билдәһеҙ. Ведомствонан белдереүҙәренсә, был көндәрҙә вакцина ҡаҙатҡандар һаны кинәт артҡан, шуға ла бер аҙ дефицит күҙәтелә. Белгестәр “Спутник Лайт” урынына “Спутник Ви” эшләтергә кәңәш итә. Һуңғыһы яҡшыраҡ тип һанала һәм оҙағыраҡҡа етә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 63 проценты прививка алған, миллион ярымдан ашыу кеше беренсе, миллион 300 мең кеше икенсе компонетты ҡаҙатҡан.
Вакцинаға ҡытлыҡ бар
Тулыраҡ: Вакцинаға ҡытлыҡ бар