Юбилейға бүләк

Тулыраҡ: Юбилейға бүләк

Өфөнөң 450 йыллығына бүләк. 2024 йылға тиклем башҡалала ике спорт объекты – ишкәк слаломы комплексы һәм фехтование, көрәш үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш Евразия китапханаһы һәм 350 уҡыусыға иҫәпләнгән математика лицейы, уның янына 250 балаға иҫәпләнгән дөйөм ятаҡ төҙөү күҙаллана. Октябрь Революцияһы урамы реконструкциялана, йәйәүлеләр һуҡмағы киңәйтелеп, иҫке биналар төҙөкләндереләсәк. Өфө мэры Сергей Греков билдәләүенсә, ҡалалағы 90 күп ҡатлы йорттоң тышҡы фасадын яңыртыу ҡаралған.