Коронавирус ҡорбандары һаны артты

Тулыраҡ: Коронавирус ҡорбандары һаны артты

Башҡортостанда COVID-19 сиренән мәрхүмдәр һаны 2446 кешегә етте.

26 октябрь иртәһенә Башҡортостан Республикаһында 82818 осраҡта коронавирус инфекцияһы танылған.

Тәүлек эсендә сирлеләр һаны 669-ға артҡан.

35 сирле үлгән, мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 2 446..

72033 кеше мәкерле сирҙе еңеп сыҡҡан, шуларҙың 637-һе үткән тәүлектә һауыҡҡан.

Вакцинаның беренсе компонентын бөгөнгә 1 585 023 кеше алған; II компонентты – 1 307 571 кеше ҡаҙатҡан.