Балиғ йәшенә етмәгәндәргә һалым

Тулыраҡ: Балиғ йәшенә етмәгәндәргә һалым

Һалым органдары балиғ булмағандарҙың иҫәбендәге милек өсөн түләүҙәргә аңлатма бирҙе. Бала күсемһеҙ милек йә башҡа мөлкәт эйәһе тип танылған осраҡта, уның өсөн дә һалым алына, тик уны ата-әсә йә опекун түләргә бурыслы. Балалар өсөн шулай уҡ ташламалар ҡаралған, ғәрип йә ҡараусыһын хәрби хәрәкәттәрҙә юғалтҡан балалар һалымдан азат ителә.

Хәтергә төшөрәбеҙ, физик шәхестәр өсөн үткән йылға һалым түләү ваҡыты 1 декабрҙә тамамлана. Ошо көнгә бурысты ҡаплап ҡуйыу хәйерле.