Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде ҡатмарлы тип баһалай

Тулыраҡ: Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде ҡатмарлы тип баһалай

Ошо сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙе мотлаҡ еренә еткереп үтәргә саҡыра. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператик кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан уҙып барған йылдың тәүге һөҙөмтәләрен барлай. Иҡтисад, сәнәғәт тармағында үҫеше индексы 104 процентҡа еткән. Әммә, ауыл хужалығы аҡһай. Ҡоролоҡ арҡаһында аграр сектор күрһәткестәре 90 процент самаһы. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡалған өлөштө һумдарға әйләндергәндә, юғалтыуҙар миллиардтарса һумға тиң. Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге ултырышта ҡаралған тағы бер мәсьәлә тураһында айырым әйтергә кәрәк. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрылығы 17 хеҙмәтте цифралы форматҡа күсерә. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 4 йүнәлеш буйынса эш электрон нигеҙҙә генә алып барыласаҡ. Мәҫәлән, ғаризаларҙы интернет аша ебәрергә мөмкин. Йыл башынан алынған документтарҙың 94 проценты тулыһынса эшкәртелгән. Документтарҙың электрон әйләнеше һәм ведомствоның ошо йәһәттәге эшмәкәрлеге тәүҙә бер ни тиклем ышанмаулыҡ тыуҙырһа ла, ваҡыт үҙенекен раҫланы. Республика башлығы Радий Хәбиров хәҙер министрлыҡ алдында яңы бурыстар ҡуя. һандар ер һәм мөлкәт өлкәһендә генә түгел, ә йылытыу тармағында ла әһәмиәтле. “Йылы Өфө” штабын булдырыу ҡыш осоронда айырыуса көнүҙәк. Махсус телефон линияһына бер айҙа яҡынса 11 мең шылтыратыу алынған. Баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, ҡабул ителгән бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалдырылмай. Штабты ойоштороуҙоң үҙ ҡағиҙәләре булған. Был Республика етәксеһе Радий Хәбировтың фекере. Көн тәртибендәге тағы ла бер мәсьәлә- Башҡортостандағы ауырыуҙар. Республикала ҡош киҙеүе таралыуы аграр секторға ҡурҡыныс менән янап ҡына ҡалмай. Ул ауыл хужалығына йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ юғалтыу менән ҡырҡыныслы. Авариялар, янғындар, “африка тағуны” сирен байтаҡҡа артта ҡалдырып, беренсе урында коронавирус ҡала. Башҡортостан иһә утыҙынсы октябрҙән махсус режимға күсә. Дүшәмбенән алып, 18 йәштән өлкәнерәктәргә баҙарҙарға, кибеттәргә барғанда айырым документ кәрәк. Башҡортостанда бөгөнгә 1 миллион 300 мең 808 пациент тулы вакцинация үткән. Хәҙер республиканың ситуация үҙәге көсөргәнешле режимда эшләй. Халыҡ вакцина алыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, ә шарттарҙы белешә. Республикалағы мәктәптәр араһынан 262-һендә класстар ябылған. Хәҙер төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ. Сибай менән Туймазы янында төҙөләсәк дауаханаға проекттарын шаршамбыла раҫлайҙар. Клиникаларға нигеҙ ташы һалынмаһа ла, госпиталдәрҙең коллективын бөгөндән тупларға кәрәк. Радий Хәбиров быны айырым билдәләй. ә бына теге йәки был предприятиелар коронавирус менән сирләүселәр һаны арта икән, ширҡәтте ябыуҙары ихтимал. КОВИД 19 шарттарында Башҡортостан Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлекте башлай. Һәм бөгөн-иртәгә 30-сы октябрҙән иғлан ителгән ял көндәрендә республиканың нисек эшләйәсәге иғлан ителә.