Башҡортостанда тимер юлы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләренә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында профилактик рейд үткәрҙе. Ә йөрөргә тура килә. Нагаево һәм Аҡбирҙе ауылдарын башҡала менән бәйләүсе берҙән-бер юл аша көнөнә 30 меңгә яҡын автомобиль үтә. Эшкә юлланғанда иртән һәм өйгә ҡайтҡанда кистән водителдәр тығында икешәр сәғәт ултырырға мәжбүр.Нагаев тимер юлы үткәүеле иң хәүефле урындарҙың береһе, тип иҫәпләнә. Водителдәргә айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә. Әммә ашығып йөрөүселәр поезд аҫтына ҡалырмын, тип уйламай. Был видеола ла водитель ҡыҙыл светофорға иғтибар итмәй тимер юлы аша сыға.Ошондай хәүефле осраҡҡа тарымаҫ өсөн Башҡортостандың тимер юлы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләренә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында водителдәр менән профилактик әңгәмә үткәрҙе.Водителдәргә тимер юлы үткәүелендә юл хәрәкәте хәңефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәү буйынса махсус мәғлүмәт һәм сувенирҙар тапшырылды.Башҡортостан тимер юлы үткәүелдәрендә 9 авария, шуның икәүһендә үлем осрағы теркәлгән. Нагаев үткәүелендә иһә быйыл бәхеткә, бәлки, камераларҙың ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларҙы теркәүенә күрә хәүефле осраҡтар юҡ.Нагаев тимер юлы үткәүеле аша ҡасан да булһа транспорт йөрөшө кәмер, тип өмөтләнеп көтә водителдәр. Әле Зинин ауылы эргәһендә 4 һыҙатлыҡ күпер төҙөлә.
Иғтибар, үткәүел!
Тулыраҡ: Иғтибар, үткәүел!