Бала-саҡты ҡайтарыу

Тулыраҡ: Бала-саҡты ҡайтарыу

Ошо исем аҫтында Башҡортостанда Волга буйы федераль округы фестивале үтте. Сара ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға һәм балалар йорттарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Атлас таҫмаларҙан ҡыҙыл раузалар, еп менән сигеп япраҡтарын эшләгәнен һәләтле ҡыҙ дәртләнеп һөйләй. Биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев яҡындан танышып аралашты.“Бала-саҡты ҡайтарыу” фестивале сиктәрендә ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар ҡул эштәре ярыштары, спорт, интеллектуаль уйындар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һәләттәрен күрһәтте. Башҡортостандың Красноусол шифаханаһында Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән ҡатнашыусылар йыйылған.11 йыллыҡ тарихы булған фестиваль күптән түгел Башҡортостанда төйәкләнгән. Былтыр ул пандемия сәбәпле онлайн ғына үткәрелһә, быйыл балалар башҡорт мөхите менән яҡындан таныша алды. Мәҫәлән, Пермь өлкәһенән килгән ҡыҙҙарҙы башҡорт йырҙары таң ҡалдырған. Ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәре лә ижадҡа ғашиҡ. Кем нимәгә әүәҫ: берәүҙәр шиғыр һөйләй, икенселәр йырлай, өсөнсөләр бейей. Төрлә йәштә, төрлө милләт, төрлө холоҡло балалар булһа ла, уларҙы уртаҡ яҙмыш берләштерә. Шуға ла фестиваль балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән.Әлбиттә, сара барышында һәр балаланың үҙ-үҙенә ышанысы арта, таланттары асыҡлана, яңынан-яңы дуҫтар таба. Ә иң мөһиме – уларҙы ғаиләләр тәрбиәгә ала. Фестиваль башланғандан, 2009-сы йылдан алып, социаль приюттарҙа балалар һаны күпләп кәмене, ти ойоштороусылар.