Коронавирустан прививка тураһында яңы төр сертификат индерелә

Тулыраҡ: Коронавирустан прививка тураһында яңы төр сертификат индерелә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан яһатылған прививка тураһындағы сертификаттың яңы төрөн раҫланы.

Сертификаттың яңы өлгөһө Рәсәйҙә 8 ноябрҙән ғәмәлгә инә. Ул электрон өлгөлә ике телдә өс көн дауамында әҙерләнә. 8 ноябргә тиклем эшләнгән сертификаттар 1 мартҡа тиклем автоматик рәүештә яңыртыла. Прививка яһатҡан шәхескә ҡағылышлы төп мәғлүмәттәргә өҫтәп яңы сертификатта прививканың ҡайҙа эшләнгәне билдәләнә.

Сертификатта прививка яһатҡан кешенең исем-шәрифе, тыуған көнө, айы һәм йылы, енесе, йәшәгән урыны һәм документ тултырыу ваҡыты, вакцинация ваҡыты менән урыны, QR-код. Сертификаттың ҡағыҙға яҙылған өлгөһөн дә алырға мөмкин.

Рәсәйҙә вакцинация тураһындағы ялған сертификаттарға ихтыяж арта. Владимир Путин ял көндәре тураһында иғлан итеү менән халыҡ был хеҙмәтте күрһәткән мутлашыусыларға йыш мөрәжәғәт итә башлаған. Локдаун 28 октябрҙән үк башланған Мәскәүҙә, мәҫәлән, ихтыяж айырыуса ҙур. QR-код өсөн кешеләр 10 мең һум түләргә әҙер, ә бит ул бары театр менән музейға үтер өсөн генә кәрәк...