Вакцинация нөктәһенә килә алмаһаң, прививканы өйөңә килеп яһайҙар

Тулыраҡ: Вакцинация нөктәһенә килә алмаһаң, прививканы өйөңә килеп яһайҙар

Өфөлә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға прививканы өйгә килеп эшләйҙәр. Ҡаланың 46-сы поликлиникаһында күсмә бригада булдырылған, улар үҙ аллы йөрөй алмаған кешеләргә килеп вакцина ҡаҙайҙар. Акцияға “Изгелек” ойошмаһы башланғыс һалған. Белгестәр ҡыҙыу линияға килгән шылтыратыуҙарҙы барлап өйҙә прививка эшләтергә теләгәндәр булыуын асыҡлаған.

Координация үҙәгенә 8 800 775 00 14 һандарын йыйып шылтыратырға мөмкин.