Ял көндәре нихаҡ?

Тулыраҡ: Ял көндәре нихаҡ?

Башҡортостандың хеҙмәт инспекцияһы 1-7 ноябрҙәге ял көндәре өсөн түләү тәртибе тураһында белешмә бирҙе.

Президент указында ял көндәрендә хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡлана, тип аныҡ билдәләнгән.

Хеҙмәт инспекцияһы был көндәрҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн нисек түләнеүен асыҡлап эш хаҡы ҡәҙимге тәртиптә иҫәпләнергә тейеш, тип аңлата.

Ял көндәрендә эшкә сыҡҡан хеҙмәткәрҙәргә иһә эш хаҡы шулай уҡ ҡәҙимге тәртиптә иҫәпләнә, икеләтә артыҡ түгел.

Әммә 4 ноябрь байрам көнө булыуы сәбәпле был көндө эшкә сыҡҡан хеҙмәткәргә эш ваҡыты өсөн икеләтә артыҡ түләнә йәки башҡа көндә ял бирелә. 5 ноябрь – рәсми танылған ял көнө (2 ғинуарҙан күсерелгән), был көндө хеҙмәткәрҙе үҙ теләге буйынса ғына эшкә сығарырға була, хеҙмәт хаҡы икеләтә артыҡ иҫәпләнә. График буйынса эшләгәндәргә сменаһы 4 ноябргә тап килһә генә икеләтә хеҙмәт хаҡы түләнә.

1-7 ноябрь арауығы йыл һайын бирелә торған түләүле ял менән тап килһә ял тик бер көнгә, 4 ноябрь иҫәбенә оҙайтыла.