Прививка яһатҡандарға ташлама

Тулыраҡ: Прививка яһатҡандарға ташлама

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Өфөнөң сауҙа үҙәктәре прививка эшләткән граждандарҙы өҫтәмә дәртләндереү маҡсатында «Беҙ бергә» тигән акция ойоштора, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Программа республика халҡын вакцина яһатыуҙа ҡыҙыҡһындырыр өсөн уҙғарыла. Сауҙа тармағының ситтә ҡалмайынса, ошондай башланғыс менән сығыуы һөйөнөслө», – тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Проектты ойоштороусылар: «МЕГА Өфө», «Планета», «Ҡунаҡһарай», «Галерея ART», «СемьЯ», «Үҙәк», «Ирәмәл», «Простор», «Өфө» универмагы. Ҡатнашыусылар исемлеге тулыландырыла.

Акция www.ВместеУфа.рф порталы аша ғәмәлгә ашырыла, унда бөтә ташламалар тураһында мәғлүмәт, тауар тәҡдимдәре бар.

Ташлама алыр һәм бүләк уйнатыуҙарҙа ҡатнашыр өсөн вакцинация үткән кешегә порталда теркәлергә, анкета тултырырға һәм прививка тураһында сертификаттан QR-кодтың үҙенсәлекле сканын индерергә кәрәк.

Порталда теләгән урында теркәлергә мөмкин, шул иҫәптән вакцинация пункттарында. Унда прививка яһатҡандарға акция тураһындағы мәғлүмәт менән промо-буклет таратыла. Порталда теркәлер өсөн системаға QR-кодты индерергә һәм шәхси телефон номерын күрһәтергә кәрәк.

Аҙна һайын теркәлгән ҡатнашыусылар араһында төрлө ҡиммәтле приздар (көнкүреш техникаһы, гаджеттар, 100 мең һумлыҡ бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, көн дә аквапарк, кинотеатр, ресторандарға, сауҙа үҙәктәренә саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар һәм сертификаттар уйнатыла.

«Бизнес әлеге хәлде аңлай һәм социаль яуаплы булырға әҙер, шуға аңлы граждандарға бүләктәр, ташламалар аша рәхмәт белдерергә хәл итте», – тине «Аркада» ойошмаһының («Ҡунаҡһарай», «Өфө» универмагы) генераль директоры Маргарита Сутюшева.

Бүләк уйнатыу www.ВместеУфа.рф сайтында онлайн үткәрелә.