ПЦР-тест ҡыҙыҡһындырмай

Тулыраҡ: ПЦР-тест ҡыҙыҡһындырмай

27 октябрҙән Башҡортостанда Юғары әҙерлек тураһындағы указдың халыҡ күмәк йыйылған урындарға ингәндә ПЦР-тестар иҫәпкә алынмау тураһындағы үҙгәреше ғәмәлгә инде.

Бөгөндән сауҙа үҙәктәренә, матурлыҡ салондары, бассейн, фитнес-үҙәк, музей, күргәҙмә залдарына, китапханаларға ковидтан прививка тураһында сертификат йәки ярты йыл эсендә коронавирус менән сирләү хаҡында белешмә күрһәтеп кенә инергә мөмкин. Пациенттарҙы дауаханаға һалғанда иһә ПЦР-тест үтеү тураһында белешмә ғәмәлдә ҡала.

Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ПЦР хаҡында белешмәләрҙән баш тартыуҙың нимәгә бәйле икәнен аңлатты. Уның һүҙҙәренсә, вакцинация – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы. Ул шулай уҡ ҡала һәм район башлыҡтарына «халыҡҡа һәм ҙур предприятиелар етәкселәренә санитар-эпидемиологик талаптарҙың асылын яҡшылап аңлатыу» үтенесе менән мөрәжәғәт итте.