Коронавирустан 35 кеше һәләк булған

Тулыраҡ: Коронавирустан 35 кеше һәләк булған

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың тағы 669 осрағы теркәлде. 35 кеше һәләк булған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 2 мең 446 кеше һәләк булған. Шуға ла табиптар кисекмәҫтән вакцина эшләтергә саҡыра. Әле республикала 1 миллион 600 мең кеше вакцинация үткән.