Республика етәксеһе коронавирусҡа бәйле хәлде ҡатмарлы тип баһалай һәм ошо сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙе мотлаҡ еренә еткереп үтәргә саҡыра. Республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге көсөргәнешле режимда эшләй. Халыҡ вакцина алыу тәртибе менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, ә шарттарҙы белешә. Республикалағы мәктәптәр араһынан 262-һендә класстар ябылған. Хәҙер төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ. Сибай менән Туймазы янында ковид-госпиталдәр төҙөләсәк. Нигеҙ ташы һалынмаһа ла, госпиталдәрҙең коллективын бөгөндән тупларға кәрәк. Ә бына теге йәки был предприятиела коронавирус менән сирләүселәр һаны арта икән, уны ябыуҙары ихтимал. Әйткәндәй, бөгөндән ПЦР-тестар менән күмәк халыҡ йыйылған урындарға үтеп булмай
Төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ
Тулыраҡ: Төбәк мобиль госпиталдәр һанын арттырасаҡ