Йылайыр районында беренсе тапҡыр һыу аҫты һунары фестивале үтте

Тулыраҡ: Йылайыр районында беренсе тапҡыр һыу аҫты һунары фестивале үтте

Матрай ауылы янындағы үҙенсәлекле Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында үткән байрам республиканың төрлө район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән тиҫтәнән ашыу ошо экстремаль спорт төрөн яратыусыларҙы йыйҙы. Билдәләнгән ваҡыт эсендә күберәк балыҡ тотоп өлгөргән спортсы еңеүсе тип табылды. Фаил Усманов фестивалгә Өфө ҡалаһынан килгән. Экстремаль спорт төрө менән ул ун йылдан ашыу шөғөлләнә. Ғәҙәттәгесә, һыуға инер алдынан һәр балыҡсы экипировкаһын әҙерләй. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү төп талаптарҙың береһе. Сөнки яңы һыу ятҡылығы — яңы һынау, ти балыҡсылар. Ярышҡа старт биреү менән балыҡсылар быуа тирәләй таралды. Һыуға инер алдынан экипировканы һәм гарпунды тағын берҙе тикшереү мотлаҡ. Бер-нисә саҡырым оҙонлоғондағы Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында төрлө балыҡ осрай. Һыу ятҡылығының иң тәрән ере урыны менән 18 метрға етә. Көндөң һыуыҡ һәм көслө ел иҫеүе спортсыларҙы туҡтатманы. Уларҙың һәр береһенең — үҙ стратегияһы. Дүрт сәғәт эсендә балыҡсыларға күберәк балыҡ тотоп өлгөрөргә ине. Йылайыр районында ғына түгел, ә Урал аръяғында беренсе тапҡыр үткәрелгән һыу аҫты һунары фестиваленә Башҡортостан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән спортсылар йыйылды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был сара, тәү сиратта, үҙенсәлекле спорт төрөн яратыусыларҙы берләштерә һәм төбәктә туризымды үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һыу аҫты һунары фестивале Йылайыр районы өсөн яңы тәжрибә. Үҙенсәлекле тәбиғәте һәм төрлө һыу ятҡылыҡтарына бай булған төбәк киләсәктә халыҡ-ара кимәлендәге саралар үткәреү мөмкинлектәрен бирә. Һыу аҫты һунарсылары һүҙҙәренсә, уңыш атыу ҡеүәтенә бәйле. Һыуҙың бер аҙ тоноҡ булыуы спортсылар өсөн ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Тик ул балыҡсылар өсөн ҡомар ҡына өҫтәй, ти судья Владислав Солтанов. Беренсе улъяны ике килограмлыҡ суртанды Йылайыр районы егете Уйылдан Зәһиҙуллин тотто. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, фестивалдә ҡатнашыу, спортсылар менән аралышыу, тәжрибә менән бүлешеү – төп бүләк. Фестивалдең Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында үтеүе осраҡлы түгел, ти ойоштороусылар. Дүрт мең йыл һыу ятҡылығы тирәләй ҡурғандар торған. Ике меңеңсе йылдар башында үткәрелгән ҡаҙыу эштәрендә археологтар Көньяҡ Уралдағы иң боронғо төймә таба бында. Тарих, матур йолаларға, үҙенсәлекле тәбиғәткә бай төбәктә эске туризымды үҫтереү әле төп йүнәлештәрҙең береһе. Ә һыу аҫты һунары фестивале райондың брендына әйдәнәсәк.