Анжелика төшөнкөлөккә бирелмәй. Эшкә урынлашып, ошондай хәлгә тарыған кешеләргә ярҙам күрһәтә. Анжелика шулай тип мәрәкәләп тә ала. Ысынында иһә протез аяҡ хәҙер әллә ни һиҙелмәй, тик әҙ генә аҡһарға тура килә, ти ҡыҙ. Ике йыл элек аварияға осрап, ул аяҡһыҙ ҡала. Ике машинаның водителе лә йәрхәтләнмәй, Анжеликаның тубыҡтан аҫҡы һөйәктәре тулыһынса сәрпәкләнә. Инфекция таралыу сәбәпле аяҡты ампутациялау хаҡында тиҙ арала хәл итеү талап ителә. Операцияға тиклемге һәм унан һуңғы фото-видеоларҙы ҡарап төшөнкөлөккә бирелмәй, алға ҡарап тормоштоң йәмен белеп йәшәргә тырыша. Анжелика һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, эшләү осоронда пациенттарҙың төрлө хәлен күрергә тура килә. Анжелика төшөнкөлөккә бирелмәй. Кейәүгә сығып Волгоградтан Өфө ҡалаһына күсә һәм үҙенә эш тә таба. Гипстан эшләнгән протез шымартыла. Һәр пациентҡа үҙенең үлсәме буйынса яһала. Анжелика бер нисә ай элек протездар эшләү үҙәгенә яңы протез артынан килә һәм үҙенә эш таба. Ойошма клиенттар менән аралашыу өсөн асыҡ, ихлас күңелле хеҙмәткәрҙе ике йыл эҙләй һәм тап Анжеликаға беренсе көндә үк эш урыны тәҡдим ителә. Анжелика шылтыратыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә, консультация үткәрә. Киләсәктә протездар эшләү үҙәгендә пациенттарға ярҙам кабинетын асырға ниәтләйҙәр. Анжелика күптәр өсөн өлгө. Үҙ миҫалында протез аяҡ менән дә йәшәп булыуын дәлилләй. Иң мөһиме тормошҡа ҡарата үҙеңдең ыңғай мөнәсәбтең булырға тейеш, ти ҡыҙ.
Аварияға эләгеп аяҡһыҙ ҡалған ҡыҙ протезда йөрөтөргә мәжбүр
Тулыраҡ: Аварияға эләгеп аяҡһыҙ ҡалған ҡыҙ протезда йөрөтөргә мәжбүр