Ринат Мәхмүтйәнов баҡыйлыҡҡа күсте

Тулыраҡ: Ринат Мәхмүтйәнов баҡыйлыҡҡа күсте

“Востокнефтезаводмонтаж” компанияһы коллективы трестың легендар етәксеһе Ринат Мәхмүтйәнов менән хушлашты. Ринат Сәлих улы 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Ул республикала ғына түгел, илдә абруй ҡаҙанған етәксе ине. Инженер белеме генә түгел етештереү тәжрибәһе, ҙур яуаплылыҡ буйынса уға етеүсе булманы. Ул етәкселек иткән предприятие илдә иң көслөләр рәтенә инде. Ринат Сәлих улы 80 йәшендә “Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһының монтаж үҫтереү тарихы тураһында күләмле китап яҙҙы. Ринат Мәхмүтйәнов РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Уның фиҙакәр хеҙмәте дәүләттең бик күп наградалары менән билдәләнгән.