Һуңғы ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында ялған сертификаттар һатыу осраҡтары йышайҙы.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары бындай закон боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып бара. Ошо көндәрҙә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы биологы менән шәфҡәт туташы ялған COVID-сертификаттар һатҡаны өсөн тотолдо.
COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатыу тураһында сертификат рәсми документ булып тора, ялған сертификат өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡарала. Ғәйеплене ике йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре йә иһә ике йылға мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре мөмкин.
Вакцинацияны раҫлаған ялған сертификатты ҡулланған өсөн дә енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал. Уны һатып алып, ойошмаға күрһәткән кешегә 80 мең һумға тиклем штраф һалыу, йәки 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, йә иһә ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йәки бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡарала.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығы халыҡты COVID-19-ҙан ялған документтар эшләп һатыу һәм уларҙы файҙаланыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә саҡыра. Дежур бүлек тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8 (347) - 237-19-60.