Йылы хаҡы ни өсөн юғары

Тулыраҡ: Йылы хаҡы ни өсөн юғары

Башҡортостанда йылытыу тарифтарының нимәгә бәйле икәнен аңлаттылар. Республиканың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк белдереүенсә, хаҡтар инфраструктура үҫешенән сығып билдәләнә.

Өфөлә йорттарға йылыны ете ойошма тапшыра, улар 2021 йылдың 1 июлендә раҫланған тарифтар нигеҙендә иҫәпләү яһай. Гигакалория өсөн 1211-ҙән 2994 һумға тиклем. Ә иң ҙур тәьмин итеүсе ойошма (МУП «УИС" һәм «БашРТС») ҡулланған тариф 1 Гигакалория өсөн 2265 һумға тиң.

Республиканың тарифтар буйынса комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда коммуналь ресурс хаҡтарын сағыштырғанда бер нисә сәбәпте иҫәпкә алыу зарур – биләмә үҙенсәлектәре – улар селтәрҙәрҙең оҙонлоғон һәм генерация объекттарының урынлашыу тәртибе билдәләй. Ресурс хаҡына шулай уҡ төбәктең климат шарттары, ҡорамалдарҙың таушалыу кимәле һәм энергия ҡеүәте йоғонто яһай. Йәнә ресурс менән тәьмин иткән һәр предприятие эшмәкәрлегенең техник үҙенсәлектәре ҙур әһәмиәткә эйә.

«Беҙ хәлде тикшереп, йылылыҡ өсөн тарифтарҙың инфраструктура үҙешенә бәйле булыуын асыҡланыҡ. Ҡазанда, мәҫәлән, 45 йылы биреү сығанағы бар, ә Өфөлә улар 91. Үҙәк йылытыу пункттары Татарстандың башҡалаһында 125, Башҡортостандыҡында — 298. Йылылыҡ селтәрҙәренең оҙонлоғо Ҡазанда 579, Өфөлә 1063 километр. Параметрҙарҙың һуңғыһы айырыуса мөһим, ул йылы юғалтыу күрһәткесенә йоғонто яһай. 80 процентлы айырма ҡулланыусы түләүҙәренә тәьҫир итмәй ҡалмай», — тине Светлана Бурдюк.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында йылылыҡ өсөн уртаса тариф кимәле буйынса дүртенсе урынды биләй. Башҡортостанда был күрһәткес Гигакалория өсөн 2137 һум. Уртаса иҫәпләнгән тарифтың иң юғарыһы — 1 Гкал өсөн өҫтәмә хаҡҡа һалым иҫәбе менән бергә 2558 һум – Түбәнге Новгород өлкәһендә теркәлгән.