Өфөлә 28 октябрҙә өлкәндәр өсөн махсуслашҡан вакцинация пункты асыла. Ошонда уҡ ревакцинация үтергә лә мөмкин. Тап 28 октябрь — олатай-өләсәйҙәр көнөндә – “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Өлкәндәргә хәстәрлек” акцияһы старт ала.
Өлкәндәр өсөн вакцинация пункты өсөнсө быуын Халыҡ университеты нигеҙендә, Өфө ҡалаһының Коммунистик урамындағы 39-сы йортта эш башлай.
Махсуслашҡан пункт асыу тантанаһында прививка яһатҡан өлкәндәр өсөн вакцинация тураһында тематик лекциялар тыңлау, концерт сығыштары, пульсоксиметрҙар уйнатыу, бүлмә гөлдәрен һәм “Һаулыҡ ҡумталарын” бүләк итеү ойошторола. Тупланмаларға шәхси гигиена саралары, тонометрҙар һалынған. Өлкәндәрҙе вакцинация пунктына «Наша забота» Колл-үҙәгенә тапшырылған ғаризаларға ярашлы автоирекмәндәр ташый
28 октябрҙә “Өлкәндәргә хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә 65 йәштән оло кешеләр өсөн махсуслашҡан вакцинация пункттарын асыу тотош республика кимәлендә лә ойошторола һәм “Һаулыҡ ҡумталары” тапшырыласаҡ.
Акция аҙнаның һәр кесе йомаһында үткәреләсәк. Киләһе осрашыу Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 4 ноябрҙә – көтөлә.
Вакцинация йә ревакцинацияға көнэлгәре “Берҙәм Рәсәй”ҙең колл-үҙәгенә шылтыратып яҙылырға мөмкин. Шылтыратыуҙар эш көндәрендә сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем 8-800-201-89-03 телефонына ҡабул ителә.
“Һаулыҡ һаҡлау” Милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың йөкләмәһе буйынса бойомға ашырыла.