Башҡортостан караптары оло юлға әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан караптары оло юлға әҙерләнә

Республикалағы карап – кәмәләре быйыл да Рәсәйҙең төп һыу артерияларында эшләйәсәк. Әле машиналарҙы ремонтлау, уларҙы яңыртыу бара. Пассажир теплоходтары, баржалар, кәмә-катерҙарҙы әҙерләү яңы навигация алдынан иң мөһим эштәрҙең береһе. Судноларға йәбешкән ҡом-ташты таҙартыу өсөн генә аҙналап ваҡыт талап ителә. Уларҙы буяу, яңыртыу ҙа еңелдәрҙән түгел. Мәҫәлән, баржалар тышын тутығыуҙан һаҡлаусы ҡатнашмалар айырым һатып алына. Буяу эштәре менән бер рәттән, ҙур һыуға сығасаҡ судноларҙың именлегенә лә айырым иғтибар. Теплоход, баржалағы һәр сантиметр майҙан тикшерелеп, кәрәк була ҡалһа, ямауҙар яңынан иретеп йәбештерелә. Быйылғы ремонт эштәре билдәләнгән ваҡытҡа тамамланыр тип көтөлә. Тик судноларҙы яңыртыуҙа ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Өфө заводына заказдар кәмегән. Доктарға ҡуйылған ҙур машиналар һаны унға ла тулмай. Рәсәйҙә суднолар ремонтлау буйынса махсуслашҡан предприятиелар һаны аҙая. Өфөләге завод өсөн дә бөгөн һынау мәле.