Кампания өсөн һәр кеше мөһим. Даими йәшәү урыны булмағандар араһында был ғәмәл нисек башҡарыла? Йәшәү урыны булмағандар өсөн ярҙам күрһәтеү үҙәгенә Марсель Ишмаков аварияла аяғын юғалтҡас килеп эләгә. Социаль үҙәктә ярты йылдан бер йылғаса йәшәү мөмкинлеге бар. Ғәриплек буйынса документтар әҙер булғас уны башҡа йортҡа күсерәсәктәр. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлеге, был кампанияла, йәшәү шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем ҡатнашырға тейеш. Йортһоҙҙар ваҡытлыса йәшәгән үҙәккә килгән иҫәп алыусы даими йәшәү урыны булмағандарға шул уҡ һорауҙарҙы бирә. Әммә ҡайһыларын яңғыратыуҙың кәрәге юҡ. Йәшәү урыны, аҡса эшләү юлы һәм күсеп йөрөү тураһындағы һорауҙар төшөп ҡала. Социаль үҙәккә шулай уҡ тотҡонда ултырып сыҡҡандар мөрәжәғәт итә. Әлеге ваҡытта бында 45 кеше йәшәй. Йәмғеһе 60 карауат ҡуйылған. 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә даими йәшәү урыны булмағандар 34 мең йорт хужалығында теркәлгән. Иҫәп алыуҙа шәхси йорттарҙан тыш, коллектив хужалыҡтар ҙа инә. Былары инде бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр. Улар иҫәбенә бөтөнләй йортһоҙҙар, хәрбиҙәр һәм монахтар инә.Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең тормошонда сағылыш таба, йәшәү кимәлен, милләттәр, телдәр, мәҙәниәттәр киләсәген күҙалларға мөмкинлек бирәсәк. 11 йыл эсендә Рәсәйҙә хәл ни тиклем үзгәргәнен киләһе йыл кампания һөҙөмтәһе күрһәтер.
Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә
Тулыраҡ: Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә