Ғәйепһеҙҙән ғәйепле

Тулыраҡ: Ғәйепһеҙҙән ғәйепле

Уның ғәйепле икәненә тәфтишселәр, суд-медицина экспертизаһы һәм прокурорҙар ҙа инана. Сөнки, оло ҡатынды яҡлауына ҡарамаҫтан ир кешене үлтерә. Юнир Ғилманов үҙен аңлауҙарын үтенһә лә, ҡарар үҙгәрешһеҙ. Ғәйепле, иркенән мәхрүм итергә. Ваҡиға 62 йәшлек Рима Ураҙаева фатирында теркәлә. Хужабикәнең улы ике дуҫы менән табын ойоштора һәм күңелле байрам фажиғәле тамамлана. Бер тәүлектән зыян күргән ҡунаҡ вафат була, ә икенсеһе ғәйепле тип таныла. Енәйәт эшендә пенсионер шаһит булып сығыш яһай. Суд ултырышына килмәһә лә, оло ҡатын тәфтиш эше барышында Ғилмановты әүҙем яҡлап сыға. Ураҙаева үҙенең телмәрендә тулыһынса нисек уны ҡыйырһытҡан кешене туҡмағандарын бәйән итә. Шул иҫәптән эсенә һуҡҡандарын да һөйләп бирә. Ә тикшереү барышында тап шул һуғыуҙар үлемгә килтергәне асыҡлана. Ғилманов Александр Копейкин бындай йәрәхәттәрҙе икенсе урында һәм башҡа низағта ла алыуы ихтимал тип белдерә. Был дәғүә лә ентекле тикшерелә. Билдәле булыуынса, полиция иҫерек ирҙе эске эштәр бүлегенә алып бара һәм бер тәүлеккә изоляторҙа ҡалдыра. Уның менән яҡшы мөғәлләмә итеүҙәре хаҡында был видео раҫлай. Тәфтишселәр полиция бүлегендәге видеоматериалды алып, ентекләп өйрәнә. Унан күренеүенсә, ир махсус бүлмәлә йоҡлап ята. Ҡайһы берендә әйләнеп-әйләнеп ала, иҙәнгә ҡоламай һәм берәү ҙә янына инмәй. Һуңынан айыҡҡан Копейкин матрас менән тыныс ҡына тышҡа сыға, бер-нисә минуттан эске эштәр бүлеген ҡалдыра. Бер тәүлек эсендә иргә береһе лә “бармағы менән дә” теймәй. Енәйәт эшендә башҡа дәлилдәр ҙә бар.Аҡланыр өсөн Ғилманов та, пенсионер ҙа бер-нисә тапҡыр үҙ ҡарарҙарын алмаштыра.Һөҙөмтәлә суд пенсионерҙы яҡлаусыны кеше үлтереүҙә ғәйепләп, төрмәгә оҙатты. Копейкиндың үҙен насар тотоуын һәм башҡа факттарҙы иҫәпкә алып, Ғилманов 6 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде.