Ни өсөн ҡунаҡхана емерелә?

Тулыраҡ: Ни өсөн ҡунаҡхана емерелә?

Өфөнөң Олимпик паркындағы Лидо ҡунаҡханаһын суд һүтергә тигән ҡарар сығарған. Уның хужаһы бинаны ҡалдырып, ҡала хакимиәтенә тапшырыуҙарын һорай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ни өсөн ҡунаҡхана емереләсәк?. Олимпик парктағы “ЛидО” ҡунаҡханаһы үҙ ваҡытында билдәле күңел асыу урындарының береһе ине. Ул урта быуаттағы затлы һарайҙы хәтерләтеп төҙөлгән. Юрист һүҙҙәренсә, бина 2012-се йылда ҡала хакимиәте ҡушыуы буйынса, халыҡ-ара балалар спорт уйындарында һәм ШОС һәм Брикс илдәре саммиттарында ҡатнашыусылар өсөн төҙөлә. Ләкин ҡунаҡхана оҙаҡ эшләмәй, 2017-се йылда суд уны һүтергә ҡуша. Ҡунаҡхана эсендәге диван, һүрәт, төрлө костюмдар һәм башҡа әйберҙәрҙең һәр береһе махсус заказ менән эшләнгән. Бинала бөтәһе 18 бүлмә иҫәпләнә. Ҡунаҡхананың аҫҡы ҡатында спортсылар өсөн сауна ла эшләп килгән. Ул да, күренеүенсә, ябыҡ. Бинаны һүтеп ташларға тигән ҡарар сығарылғас, хеҙмәткәрҙәр бүлмәләрҙән кәрәк-яраҡтар, йәки өҫтәл, ултырғыстарҙы яйлап коридорға сығара башлаған. Юрист белдереүенсә, ҡунаҡхана ҡала хакимиәте ҡушыуы буйынса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлә һәм эш барышында ҡайһы бер етешһеҙлектәргә юл ҡуйыла. Ҡунаҡхана хужаһы бинаны ҡалдырыуҙарын һорап, судҡа мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә һөҙөмтә юҡ. Юрист бинаны һүткән ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләргә иғтибар итергә кәрәк, тип билдәләй. Олимпик парктың элекке хужаһына суд ҡарарын үтәмәгән өсөн енәйәт эше асылған. Ә ЛидО ҡунаҡханаһы ошо араларҙа һүтелер, тип көтөлә.е. Ҡунаҡхана урынлашҡан ер биләмәһе әле аукционға ҡуйылған. Уның хаҡы өс миллион һумдан башлана. Бинаны һүтмәйенсә, Өфө милкенә тапшырыу тәҡдиме кире ҡағылған.