Баҡалы районы Киләй ауылында янғында һәләк булыусылар иртәгә ерләнәсәк

Тулыраҡ: Баҡалы районы Киләй ауылында янғында һәләк булыусылар иртәгә ерләнәсәк

Әле фажиғә сәбәптәре тикшерелә. Уның эскелеккә бәйле булыуы ла ихтимал. Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Павел Астахов кескәй балалар йәшәгән йорттарҙы янғынды иҫкәртеү саралары менән тәьмин итергә саҡырҙы. Ошондай тәҡдим менән ул Республика башлығына мөрәжәғәт ебәргән. Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы иҫке ағас йорттар булған һәр ихатала һыу тултырылған 200 литрлыҡ мискә һәм янғын һүндереү ҡоролмалары менән тәьмин итергә ҡарар итте. Баҡалы районы Киләй ауылындағы фажиғә бөтә республиканы тетрәндерҙе. Кисә төндә сыҡҡан ут 5 кешенең ғүмерен ҡыйҙы, шул иҫәптән 3 бала һәләк булды.

Ҡаршы йортта йәшәгән күршеләр икеләр тирәһендә шифер шартлауына уяна һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Әммә һуң була, ҡотҡарыусылар килеүгә ут йортто тулыһынса ялмап ала. Ут тулыһынса һүндерелгәс йортта 5 мәйет табыла. Ғаилә етеш йәшәгән тип әйтеп булмай, өй хужаһы бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ҡатыны ваҡыты ваҡыты менән һауынсы булып ялланған. Балаларына тейешле тәрбиә бирмәгән ханым быға тиклем әсә хоҡуғынан мәхрүм ителә, әммә 2 йыл элек балалар ғаиләгә кире ҡайтаралар.Янғын верандала торған һыуытҡыс розеткаһынан сыҡҡан булыуы ихтимал. Хужабикә уның бер нисә тапҡыр ялҡынланып китеүе хаҡында әйткән булған, янғын һүндереүселәр ҙә үткән йыл рейд ваҡытында электр сымдарының иҫке булыуы хаҡында иҫкәрткән. Ваҡытында төҙөкләндерелмәгән электр ҡоролмаһы сәбәплеме әллә был кистә һуҡмыш йоҡларға ятҡан ир менән ҡатындамы сәбәп хәҙер бик үк мөһим дә түгел. Ололар битарафлығы арҡаһында балалар ғүмере менән түләргә тура килә.