Өфө балалар баҡсаһында ата-әсә түләргә тейеш хаҡтар арта. 2021 йылдың 1 ноябренән башҡала балалар баҡсаларында ата-әсә түләүҙәре 25 һумға күтәрелә һәм көнөнә 151 һум тора. Балалар баҡсаһына 21 көн йөрөтөү ғаилә бюджетына 3171 һумға төшә. Был турала Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ата-әсәгә түләүҙәрҙең бер өлөшө кире ҡайтарыла. Беренсе балаға 20 процент — 349,83 һум, икенсеһенә — 50 процент — 874,58 һум, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына 70 процент 1224, 41 һум компенсация бирелә.
Инвалид балаларҙың ата-әсәһе, етем балаларҙың законлы вәкилдәре ата-әсә түләүенән азат ителә. Аҙ килемле ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 50 процент күләмендә ташлама бирелә.
Менюҙа хаҡ айырмаһына үҙгәрештәр индерелергә тейеш. Исемлеккә компот, кеҫәл, һуттар, емеш-еләк өҫтәлә, уларҙы биреү аҙнаһына ике тапҡырҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
«Ата-әсә түләүен арттырыу төп ризыҡтарға хаҡтарҙың 2017 йыл менән сағыштырғанда уртаса 40,5 процентҡа күтәрелеүенә бәйле. Балаларҙы ҡараған өсөн хаҡтың 2017 йылдан бирле арттырылғаны юҡ», — тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһынан.