Социаль ярҙамға тик мохтаждар иҫәп тота ала. Башҡортостанда был тәртип закон нигеҙендә раҫлана. Депутаттар ошо һәм башҡа иөһим мәсьәләләрҙе бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 20-сы ултырышы көн тәртибенә сығарҙы. Тәүҙә депутаттар иғтибарына Контроль-иҫәп палатаһының 2015 йылғы эш һөҙөмтәләре тәҡдим ителде. Бюджет аҡсаһын файҙалы ҡулланыу, социаль бурыстарҙы тейешле күләмдә атҡарыу, урындарҙа закондар үтәлешен тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙарға палата рәйесе Салауат Харрасов яуап бирҙе. Тикшереүҙәрҙе йылына 3 тапҡырҙан да арттырмаҫҡа, штрафтарҙы эшмәкәрлек төрөн иҫәпкә алып айырым һалырға, яза биргәнсе иҫкәртеү сараларын ҡулланырға. Был тәҡдимдәрҙе эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса республика вәкиле Рафаэль Ғибаҙуллин индерә. Төбәктә эшҡыуарлыҡ субъекттары мәнфәғәттәре үтәлеше тураһында белдереү яһап ул тик уңайлы, табыш килтерерҙәй һәм хәүефһеҙ шарттар осрағында ғына эшҡыуарлыҡты социаль яуаплылыҡ алырға өндәргә мөмкин, тип билдәләне. Депутаттар республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһындағы законына үҙгәрештәр индерҙе.Социаль ярҙамға мохтаждарға адреслы ҡараш раҫланған закондың беренсе статьяһына „ҡыйын тормош хәле„ төшөнсәһе индерелә. Ғаилә кодексын федераль законға яраҡлаштырыу маҡсатында „социаль ярҙам күрһәтеүсе учреждение„ атамаһы „социаль ярҙам күрһәтеүсе ойошма, тип үҙгәртелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, пассажир транспорты эшен көйләүгә ҡағылышлы документтарға ла үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер юлда хәрәкәтте сикләүсе йәиһә тыйыусы билдәләр ҡуйыр һәм махсус һыҙат һалыр алдынан 20 көн элек ошо хаҡта хәбәр ителергә тейеш. Был эшкә киң мәғлүмәт саралары, рәсми сайттар йәлеп ителә һәм юлда көнэлгәре иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйыла. Ҡоролтайһың 29-сы ултырышында барыһы 50-гә яҡын документ тикшерелде. Депутаттар шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһына закондар сығарыу башланғысын раҫланы. Ул ҡала төҙөлөшө Кодексына үҙгәрештәр индереүгә ҡағыла.Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышы көн тәртибенә республикала ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡуйылманы. Парламент рәйесе фекеренсә, был закон проектын раҫлар алдынан ҡыҙыҡһынған яҡтар менән өҫтәмә һөйләшеүҙәр үткәреү һәм белешмәләр алыу талап ителә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы
Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы