3 майҙан 10-на тиклем Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөү хоҡуғын бирә. Билет һатып алғанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының йәки инвалидтың таныҡлығы йә иһә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһында таныҡлыҡ талап ителә. Сит илдәрҙә — элекке союз республикаларында йәшәгән ветерандар өсөн документтар 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә булған форма буйынса СССР-ҙа бирелгән таныҡлыҡты күрһәткән осраҡта тултырыла. Льгота Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың Калининград өлкәһенә Литва аша транзит менән барғанда ғәмәлдә буласаҡ. Байрам акцияһы осоронда компания ветерандарҙан юл йөрөү документтарын тултырған өсөн аҡса алмаясаҡ, тип хәбәр итә башинформ агентлығы.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөй ала
Тулыраҡ: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөй ала