Өфө балалар баҡсаларында президент иғлан иткән ял көндәрендә 90 дежур төркөм ойошторола. Был көндәрҙә эшләгән ата-әсәгә баланы дежур төркөмдә ҡалдырыр өсөн балалар баҡсаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
«Өфөнөң балалар баҡсаларында 2021 йылдың 1-3 ноябрендә дежур төркөмдәр эшләй. Был мәсьәләне ентекләп тикшерҙек. Өфөнөң 42 балалар баҡсаһында 90 дежур төркөм ойошторорға ҡарар ителде. Тиҙҙән башҡала хакимиәте сайтында ойошмаларҙың исемлеге баҫыласаҡ», — тип яҙҙы Өфө мэры Сергей Греков социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әгәр баланы дежур төркөмдә ҡалдырырға кәрәк икән, ата-әсәләр балалар баҡсаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Өҫтәмә мәғлүмәтте ҡаланың мәғариф идаралығында йәки район мәғариф бүлектәрендә алырға мөмкин.
Мәктәптәргә килгәндә, уҡыусылар 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулға сыға.
Өфө мэры эшләмәгән көндәрҙе күберәк ғаилә менән үткәрергә һәм йәмәғәт урындарына барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирҙе, шулай уҡ прививка яһатырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.