Башҡорт телендәге StandUp тәүге тапҡыр республика буйлап гастролгә йыйына. Башҡортса сығыш яһаған ете иң шәп StandUp шаян халыҡты юморҙың яңы төрө менән таныштырыр өсөн төрлө ауыл-ҡалаларға юллана.
Башҡортса StandUp резиденттары — КВН-дың төрлө лигаһында ҡатнашҡан тәжрибәле комиктар, Өфө ҡалаһында төрлө шаян майҙансыҡ ойоштороусылар («Хәйерле StandUp кис» һәм «Ҡыҙҙырыу»). Концертта теләгән һәр кем асыҡ микрофондан үҙен яңы ролдә һынап ҡарай ала. Мәрәкә оҫталары артабан Өфөгә «Хәйерле StandUp кис»кә саҡырыла.
Проектты ойоштороусыларҙың береһе Марсель Мөхәмәтйәнов райондарға сығыу яңы төр юмор башҡарыусыларҙың һәләтен һөйөүселәр сафын арттырыр һәм һәләтле йәштәргә үҙен танытыр өсөн майҙансыҡ булдырырға ярҙам итер, тигән өмөт белдергән.
Командаларҙың Кушнаренко, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Бүздәк райондарында, Туймазы, Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларында сығыш яһауы көтөлә. Гастролдәр һуңында Өфөлә йомғаҡлау StandUp концертын ойоштороу ҡарала.
Проект йәштәрҙең ижади ҡеүәтен үҫтерергә, үҫмерҙәрҙең ялын файҙалы үткәрергә булышлыҡ итер, тип билдәләй Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры директоры Гөлназ Йосопова.
Сараларҙа Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһында указы талаптарына ярашлы барлыҡ ҡағиҙәләр һәм сикләүҙәрҙе үтәү мотлаҡ.