Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы епшек ҡар һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртте.
29 октябрҙә республиканың айырым райондарында ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ, яуым-төшөм көтөлә.
Киләһе тәүлектә күк аяҙлы-болотло була. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡҡа күсеүсән, төндә секундына 0-5 метр, көндөҙ 7-12 метр тиҙлектә. Һауа температураһы төндә -4, +1, көндөҙ 0, +5 градус.