Халыҡтар берҙәмлеге байрамы һәм ял көндәрендә республика медицина учреждениеларында табиптарҙың эш графигы билдәләнде. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Медицина ойошмалары
30,31 октябрҙә эшләмәй,
1,2 ноябрҙә ғәҙәттәге эш көнө графигы буйынса эшләй,
3 ноябрҙә эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартып ҡабул итә,
4 ноябрь — байрам көнө – эшләмәй,
5, 6, 7 ноябрь эшләмәй.
Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәткән учреждениелар пациенттар өсөн
30 октябрҙә – шәмбе графигы буйынса – сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө бишкә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеп көндөҙгө дүрткә тиклем хеҙмәтләндерә,
31 октябрҙә – кисектермәҫ медицина ярҙамы кабинеты саҡырыуҙар ҡабул итеп сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгә дүрткә тиклем асыҡ,
4 ноябрҙә – байрам көнөндә – сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө бишкә тиклем эшләй, саҡырыуҙарҙы сәғәт көндөҙгө дүрткә тиклем ҡабул итә,
5 ноябрҙә – эш көнө графигы буйынса (махсуслашҡан учреждениеларҙан тыш) асыҡ
6 ноябрҙә шәмбе графигы буйынса – 08:00 — 17:00 тиклем эшләй, саҡырыуҙар 16:00 тиклем ҡабул ителә,
7 ноябрҙә – кисектермәҫ медицина ярҙамы кабинеты саҡырыуҙар ҡабул итеп сәғәт иртәнге һигеҙҙән көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй.
Планға ярашлы госпитализация раҫланған график буйынса дауам итә.
Бынан тыш республика халҡы сәғәт иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцина яһата ала. Был кабинеттар ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ эшләй.
Стационар һәм ковид-госпиталдәр ашығыс медицина ярҙамы бригадалары, травмпункттар һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре кеүек үк тәүлек әйләнәһенә эшләй, тип хәбәр ителә.