Башҡортостан илдә иғлан ителгән ял көндәр арауығында тулы локдаундан баш тартты. Ойошмаларҙың күбеһе эшен туҡтатырға йыйынмай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуы хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың 29 октябрҙә раҫланған һуңғы өлгөһөнә ярашлы 30-ҙан артыҡ кеше ҡатнашҡан спорт, күңел асыу, мәҙәни һәм эшлекле сараларҙы үткәрмәҫкә кәңәш ителә. Был иҫкәрмә төбәк оперштабы ҡарары менән ойошторолған сараларға ғына ҡағылмай.
Рәсәй президенты Указы менән эш көнө түгел тип танылған, йәғни, 2021 йылдың 30 октябренән 7 ноябренә тиклемге, осорҙа республиканың мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмалары планға ярашлы эшмәкәрлеген дауам итә.
Төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге алтыға тиклем тамаша-күңел асыу саралары һәм халыҡҡа йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәтен күрһәтеү тыйыла. Был талап дистанцион сауҙаға ғына ҡағылмай.
Балалар өсөн уйын бүлмәләре, балалар күңел асыу үҙәктәренең эшмәкәрлеге ваҡытлыса туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта сауҙа үҙәктәре, матурлыҡ салондары, фитнес үҙәктәренә вакцинация үтеү тураһында “Госуслуги” сайтынан алынға сертификат, үткән алты айҙа ковид сирен үткәреү тураһында белешмә йәиһә прививка яһатырға ярамау тураһында (медотвод) дауалаусы табип һәм баш табип ҡултамғаһы ҡуйылған белешмә күрһәтеп инергә рөхсәт ителә. Медотвод тураһында белешмәгә ҡушып ПЦР тестың 72 сәғәт ғәмәлдә булған кире һөҙөмтәһен раҫлаған мәғлүмәт кәрәк. Сертификат һәм белешмәләр менән бергә шәхес танытҡан документ күрһәтергә тура киләсәк.
2021 йылдың 29 октябренән мәжбүри үҙизоляция тәртибен 60 йәштән өлкән хроник сирле өлкәндәр ҙә һаҡларға тейеш. Был талап коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткәндәргә, «Госуслуги» порталынан алынға электрон йәки ҡағыҙға баҫылған сертификаты булһа, һәм үткән ярты йылда ковид сирен үткәргәндәргә, табип ҡултамғаһы ҡуйылған медицина белешмәһе булһа, ҡағылмай.
Тағы ла бер яңылыҡ коронавирустан вакцина ҡаҙатҡан хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла. Прививканан һуң уларға хеҙмәт хаҡын һаҡлап ике көн ял бирергә кәңәш ителә.