Башҡортостанда ҡышҡылай һыуыта

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡышҡылай һыуыта

30 октябрҙә төндә һәм иртәнсәк юлдарҙың айырым арауыҡтарында боҙлауыҡ, шулай уҡ томан, 500 метрҙан ары насар күренеү көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә күк болотло, төндә аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ республикала бер аҙ епшек ҡар, ямғыр яуа. Төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер урындарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә иҫә. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы -1, -6, аяҙытҡанда -11-гә тиклем төшә, көндөҙ 3, 8 градус йылы.

Өфөлә көн болотло булыр, тип фаразлана, төндә аяҙлы-болотло. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар, ямғыр. Елдең йүнәлеше көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр. Һауа температураһы төндә -4, -6, ҡала ситендә -10-ға тиклем, көндөҙ +5, +7 градус.