Ҡотҡарыусылары һыу күтәрелгән урындарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләйҙәр. Өс сәғәт һайын һыу кимәле тикшерелә. Ҡариҙел йылғаһында ул төнгө ун икелә 722 сантиметрм булһа, таң атыуға 3 сантиметрға күтәрелде. Республикалағы бер нисә ауыл һыу аҫтында ҡалды. Өфөләге „Кооператив ялан„да дүрт өйҙө һыу баҫты, тағы 49 йорт һәм 151 йорт-ҡаралты биләмәһенә һыу баҫыу хәүефе янай. Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле төндә 726 сантиметрға барып етте. Бер ғаилә эвакуацияланды. Ҡалғандар иһә йорттарын ҡалдырып китергә ашыҡмай. Оператив шабта хәлде тәүлек әйләнәһенә күҙәтәләр.
Республикала ташҡын көсәйә.
Ағиҙел йылғаһы 12 см-ға күтәрелеп, бөгөнгә 715 сантиметрға еткән. Ҡариҙелдә һыу кимәле 796 сантиметр, ул 11 см-ға артҡан, Дим йылғаһы 8 сантиметрға күтәрелеп 325 сантиметрҙа еткән тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса гидрометеорология һәм тирә яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.