Өфөнөң һыу аша сығыу урындарын хеҙмәтләндереү муниципаль ойошмаһы рейстарҙы башҡарыуға тулыһынса әҙер. “Ҡатын-ҡыҙ карапта бәлә килтерә” тигән юрау бөтөнләй ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Гөлйыһан Шакирова етенсе йыл матрос булып хеҙмәт итә. Йылға флотына ул күңел ҡушыуы буйынса килгән. Ауыр булһа ла, яратҡан эш күңелгә ләззәт бирә, ти ул.Йылға суднолары ҡышын йөрөмәһә лә, матростар эшһеҙ ултырмай. Транспорттың боҙоҡ ерҙәрен төҙәтеп, таушалған урындарын буяп, яңы миҙгелгә әҙерләгә. Навигация асылыуын матростар ҙа, капитандар ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. 5 теплоход ДОК, Трамплин, Сипайлово, Дудкино һәм Козарез йүнәлешендә пассажирҙарҙы йөрөтәсәк. Йылға суднолары транспорттың социаль төрө һанала. Бер яҡтан ул арзан, икенсенән күп баҡсасыларҙы участкаларына илткән берҙән-бер ысул. Йылға хеҙмәтенең үҙҡиммәте 94 һум. Әммә пароходтар менән башлыса баҡсасылар һәм халҡы ялдағылар ҡулланыуын иҫәпкә алып, ҡала хакимиәте билет хаҡын 20 һумдан да арттырмаҫҡа ҡарар иткән. Ә льготалы пассажирҙар йылғаның икенсе ярына сығыр өсөн 10 һум түләй.
Ҡала халҡының мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, паромдар хеҙмәте быйыл үҙ эшен ваҡытынан алда башланы
Тулыраҡ: Ҡала халҡының мөрәжәғәтен иҫәпкә алып, паромдар хеҙмәте быйыл үҙ эшен ваҡытынан алда башланы